Крит
| Крит | |
|---|---|
| грек Κρήτη | |
| Ҡылыҡһырламалар | |
| Майҙаны | 8261,183 км² |
| Иң бейек нөктәһе | 2456 м |
| Халҡы | 634 930 кеше (2019) |
| Урынлашыуы | |
| 35°18′35″ т. к. 24°53′36″ кс. о.HGЯO | |
| Акватория | Урта диңгеҙ |
| Регион | Крит |
Крит[1][2] (юнан. Κρήτη [ˈkriti]) — Грецияның иң ҙур утрауы һәм Урта диңгеҙҙәге майҙаны буйынса бишенсе утрау. Европа материгынан 110 км, Азиянан 175 км һәм Африканан 300 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Географик яҡтан Европаға ҡарай. Крит төньяҡта Крит диңгеҙе, көньяҡта Ливия һәм көнбайышта Ион диңгеҙе йыуа. Административ үҙәге — Ираклион ҡалаһы.
Утрауҙың майҙаны 8 261 км² тәшкил итә[3] (Гавдос һәм Дия утрауҙары менән — 8 313 км²[3]), яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 1066 километр[4].
Крит төбәге — Грецияның ун өс административ берәмегенең береһе һәм илдең иң ҙур иҡтисади һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булып тора.
Криттың туристик инфраструктураһы башҡа утрауҙарға ҡарағанда яҡшыраҡ, Крит — Европаның иң популяр курорттарының береһе. Криттың туристик иҫтәлекле урындарына Кносс Малия, Фест (ҡала), Гортина һ.б. археологик ҡаҙыныуҙар, Ретимнондағы Венеция ҡәлғәһе Фортецца, Самария тарлауығы, Ласити тарлауығы һәм Диктей мәмерйәһе, Балос ҡултығы менән Имери-Грамвуса утрауы, шулай уҡ сөсө һыулы күл — Курна инә.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң боронғо атама Иҫке Ғәһедтә телгә алынған крета этнонимынан алынған[5]. Итальян һәм башҡа ҡайһы бер телдәрҙә утрау Кандиа тип атала, башта был 820 йылда ҡаҙып сығарылған Ираклион ҡалаһындағы каналды аңлата, һуңынан бөтә ҡаланың исеме булып китә, ә венециандар уны бөтә утрауға бирә[6].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крит — Грецияның иң ҙур утрауы һәм майҙаны буйынса Көнсығыш Урта диңгеҙҙендә икенсе урында тора. Көнбайыштан көнсығышҡа 260 км һуҙылған, иң киң урыны — 60 км. Майҙаны яҡынса 8336 км²[7]. Төньяҡта Крит диңгеҙе (Эгей диңгеҙенең көньяҡ өлөшө), көньяҡта — Ливия диңгеҙе, көнбайышта — Ион диңгеҙе менән йыуыла. Утрауҙың көнбайыш өлөшөндә, был диңгеҙҙәрҙең һыуы ҡушылған урында, утрауҙың төп иҫтәлекле урындарының береһе булған Балос бухтаһы урынлашҡан: төрлө температуралы һәм химик составлы һыуҙың ҡатнашлығы ғәҙәти булмаған төҫтәр барлыҡҡа килтерә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крит ике климат зонаһында урынлашҡан: Урта диңгеҙ һәм Төньяҡ Африка. Утрауҙа Урта диңгеҙ климаты. Бында һауа торошо — уртаса ямғырлы ҡыш һәм ҡоро эҫе йәй. Дымлылыҡ диңгеҙгә яҡын булыуға бәйле үҙгәрә. Йәй дауамында уртаса температура +20 °C-тан +30 °C-ҡа, дымлылыҡ 50 %-ҡа тиклем тирбәлә. Ҡышҡы уртаса температура — +16 °C, дымлылыҡ — 75. Ҡыш йомшаҡ, әммә ел күп иҫә. Тигеҙлектәрҙә ҡар яумай тиерлек, әммә таулы урындарҙа йыш ҡына яуа.
| Крит климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | 15 | 15 | 16 | 20 | 23 | 27 | 29 | 29 | 27 | 24 | 20 | 16 | 21,8 |
| Уртаса минимум, °C | 9 | 9 | 10 | 12 | 15 | 19 | 22 | 22 | 20 | 17 | 14 | 11 | 15 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 59,8 | 48 | 46,2 | 21,5 | 8,2 | 1,1 | 0,4 | 1 | 6,1 | 26,5 | 55,9 | 72,6 | 347,3 |
| Сығанаҡ: Погода MSN[8] | |||||||||||||
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гортинала таш таҡта

Ашель мәҙәниәтенең 130 мең йыллыҡ таш ҡоралдары Крит утрауының көньяҡ ярындағы Плакиас ауылынан алыҫ түгел табылған. Криттың көньяғында (Этокремнос) 11—13 мең йыллыҡ тораҡ табылған[9].
Неолит осоронда, беҙҙең эраға тиклем яҡынса 7000 йылда, тәүге торамалар (Кносс, Магаса, Трапеза) барлыҡҡа килә, уларҙың халҡы эре мөгөҙлө мал, һарыҡ, кәзә, сусҡа үрсетә, шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерә. Улар таш йорттарҙа, һирәгерәк мәмерйәләрҙә йәшәгән. Илифииас (юнан. Ειλειθυίας), Стравомити (юнан. Στραβομύτη), Эллиноспилио (юнан. Ελληνοσπήλαιο) мәмерйәләрендә ҡорал, ҡоралдар, көршәк әйберҙәре, таш һәм һөйәктән бысаҡтар, шулай уҡ уңдырышлылыҡ алиһәһенә арналған дини әйберҙәр табыла.
Б.э.т. II мең йыллыҡ башына Крит утрауында дүрт батшалыҡ барлыҡҡа килә, үҙәктәре Кносс, Фест, Малия һәм Закрос ҡалаларында була. Б.э. т. I мең йыллыҡ башында Критҡа дорийҙар килә, улар яҡынса 20100 полис барлыҡҡа килтерә.
Беҙҙең эраға тиклем 75 йылда Крит һәм Киренаика провинциялары ойошторола. 767 йылда Крит фемаһы барлыҡҡа килә. 824 йылдан 961 йылға тиклем мосолмандар тарафынан баҫып алына һәм Крит әмирлеге барлыҡҡа килә. 1205 йылда католиктар баҫып алып, Крит короллеген төҙөйҙәр. 1210 йылдан бер нисә быуат дауамында Венецияға буйһона. 1669 йылда мосолмандар яңынан баҫып ала һәм Крит виләйәте төҙөй.
1896—1897 йылдарҙағы ихтилалдан һуң (1897—1898 йылдарҙағы Крит ихтилалы) 1898 йылда Крит дәүләте ойошторола. 1913 йылда Крит дәүләте Греция менән берләшә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 178.
- ↑ Греция : Справочная карта : Масштаб 1:1 000 000 / гл. ред. Я. А. Топчиян; ред.: Г. А. Скачкова, Н. Н. Рюмина. — М.: Роскартография, Омская картографическая фабрика, 2001. — (Страны мира «Европа»). — 2000 экз.
- 1 2 Eπιφάνεια, πραγματικός και μόνιμος πληθυσμός των κατοικημένων νήσων της Eλλάδος (грек) // Σtatiσtikh eπethpiδa τησ Eλλαδοσ 2009 & 2010. — Πειραιάς: Ελληνική Στατιστική Αρχή, 2011. — С. 47. — ISSN 0081–5071.
- ↑ Eπιφάνεια ελληνικών εδαφών και μήκος ακτών (грек) // Σtatiσtikh eπethpiδa τησ Eλλαδοσ 2009 & 2010. — Πειραιάς: Ελληνική Στατιστική Αρχή, 2011. — С. 28. — ISSN 0081–5071.
- ↑ Поспелов, 2002, с. 225
- ↑ Никонов, 1966, с. 215
- ↑ Crete (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
- ↑ Погода MSN Архивная копия от 7 сентябрь 2010 на Wayback Machine — Погода MSN.
- ↑ Неандертальцы — мореплаватели. Дата обращения: 1 май 2018. Архивировано 1 май 2018 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Theocharis E. Detorakis. History of Crete. — New edition.
- Oliver Rackham, Jennifer Moody. The making of the Cretan landscape. — Manchester University Press.
- Мишель Строгов, Пьер-Кристиан Броше, Доминик Озиас. Крит. Путеводитель Пти Фюте. — 4-е. — Авангард. — (Petit Fute).
- Никонов В.А. Краткий топонимический словарь. — М.: Мысль, 1966. — 509 с. — 32 000 экз.
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Өҫтәлмә әҙәбиәт
- Costas N. Hadjipateras, Maria S. Fafalios. Crete 1941: Eyewitnessed. — Efstathiadis Group. — 328 p.
- Jonnie Godfrey, Elizabeth Karslake. Landscapes of Western Crete. — 4th Revised edition. — Sunflower Books, 2003. — 136 p.
- Antony Beevor. Crete: The Battle and the Resistance. — Westview Press. — 384 p.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Крит Викиһүҙлектә | |
| Крит Викикитапханала | |
| Крит Викимилектә | |
| Крит Викигид |
- Крит // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.